Республикала “Шыршы” операцияһы старт алды. 31-се декабргә тиклем барасаҡ профилактик сара маҡсаты – Яңы йыл алдынан ылыҫлы ағастарҙы законһыҙ ҡырҡып, улар менән сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш. Башҡортостандың урман хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бер төп шыршы, ҡарағай, пихта урлап тотолғандар 4 мең һум түләйәсәк. Ә вазифа биләгәндәргә иһә, уның суммаһы 40 мең һумға етә. Юридик шәхестәргә бындай ҡылыҡ өсөн 300 мең һум түләргә кәрәк буласаҡ. Тағы ла шуныһы, шыршы ҡырҡып тотолғандарҙы 6 йылға тиклем төрмәгә ябыуҙары ихтимал.
“Шыршы” операцияһы старт алды
Тулыраҡ: “Шыршы” операцияһы старт алды