Континенталь хоккей лигаһы командаларының даими чемпионаты сиктәрендә, Өфөнөң “Салауат Юлаев” клубы үҙ майҙанындағы уйындарын дауам итә. Бөгөн баш ҡала хоккейсылары Түбәнге Каманың “Нефтехимигы” менән көс һынаша. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уйын барышын тура эфирҙа Маяҡ радиоһы аша тыңларға була. Шулай итеп, бөгөн Салауат Юлаев хоккей командаһының өйҙәге уйыны тура трансляцияла була. Иң әүҙем тыңлаусылар бүләктәр отасаҡ. Әле “юлаевсылар” турнир таблицаһының 5се баҫҡысында. Үҙгәрештәр булырмы-юҡмы икәнен бөгөн белербеҙ. Ә “Маяҡ” радиоһын Өфөлә 100.6 Фм, Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа һәм Салауатта 106.7 Фм йышлыҡтарында, 18 сәғәт 55 минутта тыңларға була.