1 ғинураҙан шәхси эшҡыуарҙар өсөн «һалым каникулдары” тураһындағы закон ғәмәлгә инде

Тулыраҡ: 1 ғинураҙан шәхси эшҡыуарҙар өсөн «һалым каникулдары” тураһындағы закон ғәмәлгә инде

Документҡа ярашлы, ябайлаштырылған һалым түләү тәртибе һәм патент системаһы менән ҡулланған эшҡыуарлыҡ субъекттары ҡаҙнаға һалым түләүҙән ике йылға азат ителә. Баковатар ғаиләһе тимерҙән ҡапҡалар, төрлө биҙәктәр менән зауыҡлы хужалыҡ кәрәк-яраҡтары эшләй. Үҙҙәренең ғаилә кәсебен 2014 йылда рәсмиләштергәндәр. Шуға ла «һалым каникулдары » программаһы менән ҡулланыу хоҡуғына эйә була алмай. Ә 2015 йылда эш башлағандар өсөн был этәргес һәм ҙур ярҙам тип һанай йүнсел ҡатын. 2015 йылдың апрелендә ҡабул ителгән «Һалым түләүселәр-һалым һалыуҙың патент һәм ябайлаштырылған системаһын ҡулланыусы шәхси эшҡыуарҙар өсөн нуль процент күләмендә һалым ставкаһын билдәләү тураһында» закон 2016 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә инде. Етештереү, социаль һәм фәнни тармаҡтарҙа, көнкүреш хеҙмәтләндереү өлкәһендә тәүге тапҡыр теркәлгән эшҡыуарҙар ике йылға һалымдарҙан азат ителә. Иҡтисади хәл ҡатмарлы осорҙа, бизнесҡа ниндәйҙер ташламалар индереүҙе Рәсәйҙең бөтә субъекттары ла дәррәү ҡабул иткән. Был йәһәттән ҡаҙналағы юғалтыуҙарҙы бер кем дә һанамай, сөнки сара киләсәктә эшҡыуарҙарға ҙур өмөттәр менән ҡоролған программа, тигән фекерҙә иҡтисад белгесе Рузилә Хисмәтуллина.Ташламалар менән һалым һалыуҙың патент системаһы буйынса 25 һәм ябайлаштырылған система буйынса эшмәкәрлектең 25 төрө менән 2020 йылға тиклем бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре файҙалана ала. «Һалым каникулдарын» индереү бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын яҡлауға йүнәлтелгән сараларҙың береһе. Закон ҡабул ителгәндән һуң күп кенә эшҡыуарҙар үҙҙәренең ойошмаларын рәсмиләштереп тулы ҡеүәттә эш башланы. Был миҫалға башҡалар ҙа ҡушылыр тип көтә эксперттар.