Һаҡ булығыҙ: берәҙәк эттәр

Тулыраҡ: Һаҡ булығыҙ: берәҙәк эттәр

Өфө районы Миловка ауыл советына ҡараған “Мечта “ баҡсаһында йәшәүселәрҙе икенсе йыл рәттән бер мәсьәлә борсой – 12-се бүлемдә тоҡомло эттәр үрсетеү. Быйыл иһә баҡсасылар был мәсьәлә менән хөкүмәт ишеген ҡаға. Уларҙың фекеренсә, баҡсала эт үрсетеү- ер бүлемен тейешенсә файҙаланмау күренеше һәм халыҡ өсөн хәүеф сығанағы.12-се ер бүлемен, баҡсасылар әйтеүенсә, Евгений Болотин ҡуртымға алған. Бында хужа икенсе йыл немец овчаркаларын үрсетә. Улар барыһы ла бәйҙә булып сыҡты. Урам ситлек менән кәртәләнгән. Халыҡ мөрәжәғәте менән баҡсасылар ширҡәте рәйесе йыйылыш йыя, унда полиция хеҙмәткәре лә ҡатнаша. Хөкүмәт порталына килгән ялыу хатында күрһәтелеүенсә, ысынлап та, баҡса урамдарында берәҙәк эттәр күп, тик уларҙың Евгений Болотинға бер ҡағылышы ла булмауы асыҡланды. Ә берәҙәк эттәрҙе аулау тик баҡсасылар ҡарары менән хәл ителә.Эттәрҙең кешеләргә ташланыуы, балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтары йыш күренеш. Халыҡтың эт үрсетеүгә шик һәм хәүеф менән ҡарауы аңлашыла. Был осраҡта ғәйепте башҡаларҙан эҙләргә, ялыу ҡағыҙҙарына ваҡыт сарыф итергә түгел, ә аныҡ мәсьәләне – берәҙәк эттәрҙе аулауға ныҡлап тотоноу зарур.