Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Хөкүмәт ағзалары менән кәңәшмәлә Рәсәй президенты Владимир Путин иҡтисади үҫештең төрлө сценарийҙарына әҙер булырға саҡырҙы. Сеймал һәм фонд баҙарҙарында ла бик һаҡ булырға кәрәк тине ил етәксеһе.Төркиә етәкселәре Истамбулда 12 ғинуар террор ғәмәле ҡылыусының Ислам дәүләте төркөмсәһе ағзаһы булыуы тураһында хәбәр итте. Солтанәхмәт майҙанындағы шартлау һөҙөмтәһендә кәм тигәндә 10 кеше һәләк булып 17-һе яраланғайны. Анкара бик ауыр хәлдә ҡалды һәм Төркиәлә теракт булыу ихтималлығы бик юғары булып ҡала.

Бразилияның Сан-Паулу ҡалаһында полиция хаҡтар артыуға ҡаршы демонстрацияға сығыусыларҙа ҡарата күҙҙән йәш сығарыусы газ һәм тауышлы гранаталар ҡулланған. Халыҡ 10 процентлыҡ инфляция булыуға ҡарамаҫтан властарҙың хаҡтарҙы арттырыуына ризаһыҙлыҡ белдерә.

Американың Оклахома штатында нефть вышкаһы янып киткән. Янғын һүндереүселәр утты һүндергән. Ҡара төтөн фажиғә урынынан бер-нисә саҡырым алыҫлыҡта күренгән. Янғыҙ сәбәпле юлдар ябылған.