Коронавирус тураһында бик күп мәғлүмәт ишетәбеҙ. Был юлы ул йәнһүрәт аша. Өфө ҡыҙы Екатерина КОлязова вирус, уның организмға тәъҫире тураһында анимацион фильм төшөргән. Бының өсөн ҡыҙға бары телефон, пластилин һәм монтаж өсөн компьютер кәрәккән. Таныш булығыҙ, был коронавирус. Уны хәҙер танымаған кеше юҡтыр. .Хатта пластилиндан эшләнгәне лә ысын вирусҡа оҡшап тора. Йәшел, йоморо башлы, таждары ла бар. Өфө ҡыҙы Екатерина Колязова ябай пластилинға йән өргән. Екатерина медицина университетында уҡый. Сәләмәтлек темаһына йәнһүрәт төшөрөргә тип мәктәп йылдарынан уҡ хыялланған. Уҡыу дистанцион рәүешкә күсерелгәс, ваҡыт та, мөмкинлек тә табылған. Пластилин, ватман, телефон. Ҡул осондағы ябай әйберҙәр ярҙамында сәнғәт әҫәре тыуа. Процесс еңелдән түгел, ул байтаҡ ваҡыт һәм түҙемлек талап итә. Бер секундлыҡ хәрәкәттә 20 кадр. 2 минутлыҡ йәнһүрәт өсөн меңдән артыҡ ҡадр эшләргә тура килде, ти йәш мультипликатор. Йәнһүрәт өсөн сеймал әҙер, уны рәткә теҙеп, монтаж эшләргә генә ҡала. Бының өсөн Екатеринаға махсус программа үҙләштерергә тура килгән. Йәнһүрәт сценарийы ябай, әммә тәрән мәғәнәле. Йәш, әле уҡып ҡына йөрөгән табип медицина күҙлегенән барыһын да дөрөҫ һәм кешегә аңлайышлы итеп эшләргә тырышҡан. Вирустың организмға ни рәүешле эләгеп, ағзаларҙы зарарлауын, һөҙөмтәлә кешене юҡ итеүен күрһәтә алған. Шул уҡ ваҡыта ябай гигиена ҡәғиҙәләрен үтәгән осраҡта, һөҙөмтәһе яҡшы булыр ине тигән һығымтаға килә ҡыҙ.Әҙер эше менән ҡәнәғәт Екатерина, Йәнһүрәт тиҙ арала интернет селтәрендә тарала һәм тик ыңғай баһалана. Киләсәктә йәш мультипликатор иң йыш осраған сирҙәр тураһында йәнһүрәт теҙмәһен төшөрөүҙе дауам итергә ниәтләй.
Йәнһүрәттә тажлы герой
Тулыраҡ: Йәнһүрәттә тажлы герой