Спорт темаһына килгәндә. Күптән түгел фигуралы шыуыу буйынса Рәсәй кубогының 4-се этабы тамамланды. Оло спортта башҡорт фигуристары үҙҙәренең тәүге аҙымдарын эшләй. Рәсәй беренселеге призеры Нина Петушкова йәш атлеттарға нәфис спорт төрөнөң нескәлектәрен асты. Хәрәкәттәге бәләкәй генә етешһеҙлеккә лә ҙур иғтибар. Тәжрибәле тренерҙың талапсан ҡарашынан бер нәмә лә ситтә ҡалмай. Сөнки ярышта был бер нисә баллды алып ташлау өсөн сәбәп. Шуға ла башҡорт фигуристары мастер-класстарҙы ҡалдырмайҙар. Рәсәй чемпионы Нина Петушкова Өфө боҙонда йәш спортсыларға уңышлы сығыш яһау серҙәрен асты. Үрҙәрҙе тик тырыштар яулай. Ҡатмарлы элементтар күгәргән терһәктәр, ауыртыуҙар аша, 10-сы ғына түгел, бәлки йөҙөнсө ҡат ҡабатлауҙан ғына килеп сыға. Йыш йығылыу йәш фигуристар өсөн ғәҙәти күренеш. Барыһы ла бер маҡсатты ҡыуа – боҙҙа шыуыуҙа камиллыҡҡа ирешеү. Спорт тормошона пандемия үҙенең төҙөтмәләрен индерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйылғы миҙгелдә ярыштар булманы. Бөтә республика буйынса үткән «Үҙеңә ышан» проекты сиктәрендәге күнекмәләрҙең емештәрен бары киләһе йылда ғына күрәсәкбеҙ. Спортсылар боҙҙа ғына түгел, күнекмәләр залында ла , йәйге осорҙа спорт лагерҙарында ла шөғөлләнгән. Фигуралы шыуыу Рәсәйҙә тиҙ үҫешкән спорт төрҙәренең береһе. Юғары координация һәм нескәлек талап иткән спорт өлкәһе күптәрҙе ылыҡтыра, таң ҡалдыра. Ә башҡалабыҙҙың фигуралы шыуыу мәктәбе ишектәре йәш спортсылар өсөн һәр ваҡыт асыҡ
Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре
Тулыраҡ: Нәфис спорт төрөнөң нескәлектәре