Стәрлетамаҡ ҡалаһында инфекцион госпиталде төҙөү тамамланыуға бара. Алдан иғлан итеүҙәренсә 1 декабргә төҙөлөш-монтаж эштәре йомғаҡланһа, тағы 10 көн тирәһе үҙәктең эшен көйләү өсөн кәрәк буласаҡ. Төҙөлөш барышы менән республика башлығы ла танышты. Шулай уҡ Радий Хәбиров Бөрө — Таҙтүбә-Сатҡы автомобиль юлын төҙөкләндереү эше барышын күҙәтте һәм Өфө эргәһендә индустрия комплексы төҙөү өсөн тәғәйенләнгән майҙанды ла ҡараны. Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы инфекцион үҙәк ҙурлығы буйынса республикала икенсе. Төҙөлөш ай ярым элек кенә башланһа ла, госпиталдең инженер системаһын ҡорау һәм эске ағартыу эштәрен тамамлағандар тиергә була. Ошо эштәр менән бер рәттән рентген һәм компьютер томографияһы кабинетын йыһазландырыу, йыйыу эштәре бара. Инфекцион үҙәктең дөйөм майҙаны – 14 000 квадрат метр. Ул Өфө районының Зубово ҡасабаһындағы ковид-госпитале миҫалында һалынған. Яңыһынан айырмалы рәүештә технология яғынан ҡатмарлыраҡ объект. Бында ҡабул итеү, хирургия, бала табыу бүлектәре, бактериология лабараторияһы ла булдырыу ҡаралған. Төҙөлөш тамамланһа ла төҙөүселәргә табиптар менән берлектә үҙәктең эшен көйләү талап ителә. Яңы үҙәктең дөйөм системаны эшен һәм ҡорамалдарҙы һыныу өсөн тағы 10 көн тирәһе кәрәк буласаҡ. Ҡариҙел районындағы был төҙөлөш тә мөһим объект. Бөрө-Таҙтүбә-Сатҡы трассаһын төҙөкләндереү әүҙем бара.Юлдарҙы сафҡа индереүселәр миҙгел һынауҙарына, аҙнаның ниндәй көнө булыуға ҡарамаҫтан эш өҫтөндә. Сөнки киң күләмле төҙөлөш республикабыҙҙың төнъяҡ- көнсығыш өлөшөн үҙәк менән тоташтырыу маҡсатында 2017 йылда башланған. Яңыртыласаҡ юлдың оҙонлоғо – 71 километр. Үткән йыл юлсылар күперҙе сафҡа индергәне. Быйыл трассаның 40 километрын төҙөкләндергәндәр. Рельеф үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, тағы 6 аркалы күпер төҙөү һәм Оло Бирҙәш йылғаһы аша ла яңы күпер һалыу ҡаралҡан. Әлеге мәлдә урау юлдарҙы йүнәтеү һәм урманды ҡырҡыу эштәре тамамланыу өҫтөндә. Яңы күперҙең таяуҙары ла куйыла. Төҙөлөшкә йәмғеһе,80 берәмек техника йәлеп ителгән. Эш барышы менән республика башлығы ла танышты. Ул урында кәңәшмә үткәреп, «Бөрө- Таҙтүбә-Сатҡы» автомобиль юлының төнъяөҡ-көнсығыш райондарҙы үҫтереүгә йүнәлтелгән мөһим төбәк проекты икәнен һәм эштең ваҡытында тамамланырға тейешлеген билдәләне. Республика Башлығы шулай уҡ Өфө эргәһендә WorldSkills Russia чемпионаты финалын үткәреү өсөн тәғәйенләнгән майҙансыҡты ҡараны. Чемпионатты республика 2021-се йылда ҡабул итәсәк. Бөтә кәрәкле селтәрҙәр, инженер коммуникациялары булған ошо урында күп функциялы индустрия комплексы төҙөләсәк. Төп мәсъәлә, аҙаҡ ул мөмкин тиклем файҙаланышта булырға тейеш.