Ҡарар коронавирусҡа бәйле хәлгә ҡарап ҡабул ителәсәк. Был турала хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров белдерҙе. 23 муниципалитетта был аҙнанан дәрестәр ғәҙәти тәртиптә үтә. Исемлектәге район-ҡалаларҙа сирлеләр һаны кәмегән. Ковид госпиталдәрҙә лә урындар бушай. Шунлыҡтан ваҡытлыса коронавирус менән сирлеләрҙе дауалауға яраҡлаштырылған Өфөләге ветерандар госпитале һәм 13 һанлы дауахана ғәҙәти эш режимына ҡайтарыла. Әле 538 пациент табиптар ҡарауында, тағы ла 1 мең ярым тирәһе амбулатор дауалана. Һуңғы тәүлектә республикала 138 кешегә коронавирус диагнозы ҡуйылған. Яҡын арала республикала Ковидҡа ҡаршы прививка яһай башлаясаҡтар. Яңы йыл байрамдарын уҙғарыуға бәйле ҡарарын Радий Хәбиров яҡын арала Оператив штаб менән кәңәшләшкәндән һуң иғлан итергә вәғәҙәләне. Кафе-ресторандар байрам алдынан нисек эшләйәсәге ошо ҡарарҙан тора. Документта корпоративтар уҙғарыуға бәйле талаптар ҙа билдәләнәсәк. Ә бына чиновниктарға һәм дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә йыйылып яңы йыл ҡаршылауҙы тыйҙы Республика башлығы. Хөкүмәттә подъездарҙы ремонтлау программаһы үтәлеше буйынса доклад менән вице-премьер Борис Беляев сығыш яһаны. Быйылға планлаштырылғандың 99,8 проценты үтәлгән. 6 ай эсендә 2 мең 180 подъезд төҙөкләндерелгән, был маҡсатҡа республика һәм федераль бюджеттарҙан 708 миллион һум аҡса бүленгән.
Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал
Тулыраҡ: Мәктәптәр яңы йыл алдынан ғәҙәти уҡыу режимына күсеүе ихтимал