Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Тулыраҡ: Ырымбурҙа башҡорт мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре

Ырымбур өлкәһендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре үтте. Төбәк ҡоролтайы 13 милли-мәҙәни ижтимағи ойошманы берләштерә. Ырымбур өлкәһенең мәҙәниәт йорттарында 60-ҡа яҡын мәҙәни-фольклор коллективтар эшләп килә. Ырымбур ҡалаһының Милли ауылдар комплексында башҡорт ихатаһы бар, унда килгән ҡала халҡы һәм өлкә ҡунаҡтары башҡорт мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала. Башҡортостан мәҙәниәте һәм мәғрифәте көндәре сиктәрендә Н.К.Крупская исемендәге өлкә универсаль ғилми китапханаһында «Ырымбур башҡорттарының тарихы, теле һәм мәҙәниәте» тип исемләнгән түңәрәк өҫтәлдә Ырымбур өлкәһе хөкүмәте рәйесе урынбаҫары — төбәк һәм мәғлүмәти сәйәсәте министры Игорь Сухарев ҡатнашты. Осрашыуҙарҙа күтәрелгән һорауҙарҙың күбеһе мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеүгә ҡайтып ҡалды. Ырымбур мәктәптәрендә башҡорт телен өйрәнгән уҡыусылар һаны кәмей. Быйылғы уҡыу йылында башҡорт телен уҡытыу дүрт мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһында 52 бала өсөн ойошторолған. Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү туғыҙ дөйөм белем биреү учреждениеһында булдырылған. Бында 249 уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәте һабаҡтарын ала. Осрашыуҙар барышында урындағы йәмәғәт эшмәкәрҙәре бүләкләнде. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, телен, йолаларын һаҡлау һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалына ике кеше лайыҡ булды. Улар – Гай районы башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе Ҡужашев Рифус Әбделхай улы һәм Орск ҡалаһының «Башҡорттар ҡоролтайы» йәмәғәт хәрәкәте рәйесе Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова. Бынан тыш һигеҙ мәҙәниәт хеҙмәткәренең әүҙем эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән билдәләнде