Әле боҙҙоң хәүефле мәле. Ул йоҡа һәм үтә алдаҡсы. Ҡотҡарыусылар боҙ өҫтөндә абай булырға саҡыра һәм ошо көндәрҙә Өфөлә профилактик рейд үтте. Тәү сиратта балыҡсылар йыйылған урындар иғтибар үҙәгендә һәм балыҡ ҡармаҡлаусыларға боҙҙа үҙеңде тотоу ҡағиҙәләре иҫкәртелде. Тулыраҡ киләһе видеояҙмала. Яр буйында боҙҙоң ҡалынлығы 20 сантиметр, ә урталыҡта әле боҙ ҡапланмаған, хатта йылғаға сумырға мөмкин. Әле балыҡ ҡармаҡлау өсөн иң хәүефле осор һәм шул уҡ ваҡытта айырыуса ҡыҙыҡлы, ти балыҡсылар. Тап ошо осорҙа балыҡсылар әүҙемләшә. Шулай уҡ йоҡа боҙ өҫтөнән профилактик рейдта ҡатнашыусы ҡотҡарыусылар һәм ирекмәндәргә лә йөрөргә тура килә. Төп бурыс – ябай ҡағиҙәләрҙе иҫкәртеү. Рейдта Рәсәйҙең ғәҙәттән тыш министрлығы һәм Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Боҙ өҫтөндә йөрөшлө 10 урынлыҡ судноның тиҙлеге 90 км-ға тиклем етә һәм ҡотҡарыусыларҙың һәр ваҡыт үҙҙәре менән иң кәрәкле ҡоролмалар бар. Әле боҙҙоң иң мәкерле осоро, үтә алдаҡсы, ти ҡотҡарыусылар. Балыҡсылар иһә ярҙан алыҫлашҡан һайын әллә нисә мәке тишеп сыҡҡан. Боҙҙоң ныҡлығын һикереп тикшермәҫкә, балыҡҡа яңғыҙ йөрөмәҫкә – ошо һәм башҡа күп ҡағиҙәләргә балыҡсылар йыш осраҡта иғтибарһыҙлыҡ менән ҡарай. Жилеттар көтөлмәгән бәләнән ҡотҡарыр ҙа ине, әммә балыҡсылар был хәүефһеҙлек сараһын , күрәһең, иҫәпкә алмай. Жилеттар был көндө рейдта ҡатнашыусыларҙа ғына ине. Киләһе көндәрҙең һалҡынайыуы балыҡсыларҙы йәнә шатландырыр, тимәк, боҙ тағы ла ҡалынайыр, тип көтөлә.
Боҙ өҫтөндә балыҡсылар
Тулыраҡ: Боҙ өҫтөндә балыҡсылар