Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Тулыраҡ: Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләре

Өфөнөң “Мираҫ” галереяһында “Фантомлы объекттар” тип исемләнгән күргәҙмә эшләй. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөләрен халыҡҡа башҡаланың билдәле рәссамдары Александр Соболев, Азат Ғәлиев, Артем Новоселов һәм Вадим Хәлитов тәҡдим итә. Был эштәр психо-физика кафедраһы тип исемләнгән ижади төркөмдөң өсөнсө проекты. Компьютер графикаһы жанры, һынлы сәнғәт, фотокарточка һәм коллаж - күргәҙмәлә урын алған эштәр күптәрҙең аңын аҫтын-өҫкә килтерер. Күргәҙмәнең исеме есеменә тап килә. “Фантомлы объекттар” экспозицияһында урын алған эштәрҙе күреүе, мәғәнәһен аңлауы ҡатмарлы. Әммә эштәр шуныһы менән ҡыҙыҡлы ла. Ябай кеше күҙлегенән аңлатма бирелмәгән күренештәрҙе һәр кем үҙенсә ҡабул итер Экспозиция декабрь аҙағына тиклем дауам итәсәк.