Өфөнөң 450 йыллығы федераль кимәлдә уҙасаҡ

Тулыраҡ: Өфөнөң 450 йыллығы федераль кимәлдә уҙасаҡ

Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы федераль кимәлдә билдәләнә. Был турала Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйған бойороҡта әйтелә. Владимир Путин тарафынан ошондай документтың имзаланғанлығы тураһында Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙып сыҡты. Бойороҡҡа ярашлы, ил Хөкүмәте байрамды ойоштороу һәм уҙғарыу өсөн 3 ай эсендә айырым комитет төҙөргә бурыслы. Республика башлығы билдәләүенсә, Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы федераль статусҡа эйә буласаҡ. Был иһә ҡала, шул иҫәптән Башҡортостанға федераль үҙәктән өҫтәмә ярҙам алыу мөмкинлеген бирә. Үҙ сиратында, ул Өфөнө илдең терәк ҡалаларының береһенә әйләндерәсәк