Бөгөн Әй урамында Салауат Юлаев проспектына табан автомобиль хәрәкәте лә, электр транспорты хәрәкәте лә тулыһынса тиерлек туҡтағайны. Аварияға осраған автомобилдәр юлды ҡаплап тиерлек ултырғайны. Синоптиктар хәбәр итеүенсә, райондарҙа ел тиҙлеге урыны менән секундына егерме метрға тиклем етеүе ихтимал. Буран мәлендә юлдарҙы ҡар һырынтылары ҡаплаясаҡ. Дауыл мәлендә граждандарға мөмкин тиклем һаҡ булырға кәрәк. Иртәгә лә Башҡортостан биләмәләрендә һауа торошоноң бөгөнгө кеүек булыуы көтөлә.
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы оҙон юлға сыҡмаҫҡа саҡыра
Тулыраҡ: Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы оҙон юлға сыҡмаҫҡа саҡыра