Валюта курсының үҙгәреп тороуы шунда уҡ магазин кәштәләрендә сағыла. Һуңғы көндәрҙә һатып алыусылар аҙыҡ-түлектең ҡиммәтләнеүен һиҙҙе. Һатыу юҡ, алыусылар һаны кәмей, хаҡтар ҙа төшөргә тейеш. Был ҡағиҙә ғәмәлдә раҫланамы. Ошо һорауға яуап алыу өсөн билдәле сауҙа селтәрҙәренең береһенең ноябрь чегын алып хаҡтарҙы бөгөнгөләре менән сағыштырабыҙ. Һөт ризыҡтары кәштәләренән башлайбыҙ. 7-се ноябрҙә 35 һумға һатып алынған ҡаймаҡ бөгөн 38„ ә ҡайһы бер магазиндарҙа хатта 50 һум тора. Йәшелсәнең ҡайһы бер төрҙәрен сауҙа селтәрҙәре 699 һум 90 тингә тәҡдим итә. Сит илдән килтерелгән тауар хаҡының валютаға бәйле икәне мәғлүм булһа, үҙебеҙҙә етештерелгән сырҙың килограмы 500 һумға етеүе ғәжәпкә һала.Сауҙа селтәре хакимиәте иһә тауар менән тәьмин итеүселәргә һылтана. Һатып алыусылар был шарттарҙа кәрәк әйберҙең арзаныраҡҡа һатылған урындарҙан эҙләй. Йә һаҡсыллыҡ тәртибенә күсергә мәжбүр. Күмәртәләп һатыу үҙәктәренә яңы йылдан һуң халыҡ һирәк йөрөй. Шуға ла һатыусылар хаҡтарҙы күтәреү тураһында һүҙ сығармай. Һыйыр итенең килограмы 300, һарыҡ ите 350 һумға, кәбеҫтә 14, алма – 85 һумға һатыла. Торлаҡ йорттарға яҡын урынлашҡан магазиндарҙа ошо уҡ тауарға хаҡ уртаса 100 һумға артыҡ. Иҡтисади ҡанундарҙы ябай ысул менән аңлатыуҙа кеше факторын иҫәпкә алырға тура килһә, статистика һандары бәхәсһеҙ. Уларға ярашлы яңы йылдың тәүге ике аҙнаһында йәшелсә-емеш хаҡтары күтәрелгән. Ә инфляция кимәле үткән йылда 2014-тәгенән кәмерәк. Белгестәрҙең аҙналыҡ инфляция кимәлен иҫәпләү һөҙөмтәләре буйынса иһә хаҡтар ике процентҡа артҡан. Тәү ҡарашҡа юҡ дәрәжәһендәге үҙгәреш тә ғәмәлдә айырым бер кеше өсөн сикләүҙәр ҡуйырға мөмкин.
Хаҡтар тешләшә
Тулыраҡ: Хаҡтар тешләшә