Бавария сәйәсмәне канцлер Ангела Меркелдың штаб-квартираһына автобус менән мигранттар оҙатҡан. Сәйәсмән Ангела Меркелҙа бик ҡаты киҫәтеү яһаған һәм ҡасаҡтарҙы автобусға ултыртып һеҙгә ебәрәсәкмен тигән.
Индонезияға террорсылар һөжүм итә. Белгестәр әйтеүенсә, был һөжүм кимәле буйынса Мумбайҙағы ғәмәлдәрҙе хәтерләтә. Аналитиктар террорсылар Индонезияны көньяҡ-кҡнсығышта экстремизмды таратыу өсөн файҙаланыуы ихтимал тип фаразлай.
Японияла юл-транспорт фажиғәһендә 14 турист һәләк булған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, автобус ҡаршы яҡ юлға сығып киткән һәм кюветҡа ҡолаған.
Рәсәй һәм Сүриә хәрби һауа көстәре террорсылар контроллек иткән биләмәләрҙе тәүге тапҡыр бергә утҡа тотто. Был операция барышында ИГИЛ төркөмсәһенең инфраструктура объекттары юҡ ителгән.