Бөгөнгә ҡарата республикала COVID-19 менән ауырыусылар һаны 14400-ҙө ашты. Һуңғы тәүлек эсендә 140-тан ашыу яңы осраҡ теркәлде. Башлыса коронавирусты 26-ынан алып 55 йәшкә тиклемгеләр йоҡтора. Был сирлеләрҙең 48 процентын тәшкил итә. Әлегә ковид-клиникаларҙа пациенттар өсөн урындар бар, тип белдерҙе һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин. Әлеге ваҡытта 1800-гә яҡын сирле амбулатор дауа ала, уларҙың хәле яҡшы, сирҙе еңелсә үткәрәләр. 40-лап пациенттың хәлен табиптар ауыр тип билдәләй, улар реанимацияла ята. 14 кеше ИВЛ аппараты аҫтында. Республиканың һаулыҡ һаҡлау министрлығы биргән мәғлүмәттәргә ярашлы, коронавирус менән иң күбе Өфөлә ауырыйҙар. Райондарҙы алғанда, Туймазыла сирлеләр иң күбе. Исемлекте артабан Бәләбәй районы дауам итә. Мәләүез районында ковид-19 вирусын йоҡтороусылар байтаҡ. Коронавирус иң күп теркәлгән район-ҡалалар исемлегенә шулай уҡ Салауат, Нефтекама, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалалары ла инә. Ә Йылайыр районы һәм Межгорьела, киреһенсә, коронавирус менән аҙ ауырыйҙар.
Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй
Тулыраҡ: Медиктар коронавирус йоҡтороуҙың яңы осраҡтарын теркәй