“Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Тулыраҡ: “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһын кем алыр?

Амбулатор дауаланғандар, үҙизоляцияла булғандарға волонтерҙар ярҙамға ашыға. Төбәктең урта-һөнәри һәм юғары уҡыу йорттарында студенттар волонтер штабтарын төҙөй. Улар өсөн Башҡортостанда маҡтау билдәһе булдырылды. “Башҡортостан Республикаһы ирекмәне ” наградаһы менән төбәктә ирекмәнлек хәрәкәтенә тос өлөш индереүселәр бүләкләнәсәк. Был хаҡта республика башлығы Радий Хәбиров хәбәр итте. Республикала әлеге ваҡытта 400 ирекмән отряды әүҙем эшләй. Ангелина Борзыкина бер нисә йыл рәттән Башҡорт дәүләт аграр университетының ирекмәнлек үҙәген етәкләй. Коронавирустың беренсе тулҡыны ваҡытында колл-үҙәктә халыҡҡа онлайн рәүештә ярҙам күрһәткән. Телефон аша әңгәмәләрҙең ҡайһы берҙәрен әле һаман онота алмай ҡыҙ. Ирекмән булыу еңелдән түгел. Был эшкә психологик яҡтан әҙер булыу мөһим. Шуға ла һәр ирекмән эшкә тотонор алдынан махсус тренинг, әҙерлек дәрестәре үтергә тейеш, ти Ангелина. Аграр униврситетың ирекмәндәр үҙәгендә бер мең ярым кеше иҫәләнә. Инфекцияға ҡаршы көрәштә улар әле лә алғы сафта. Ирекмәндәр колл-үҙәктә эшләй.оло быуын кешеләренә йортттарына аҙыҡ-түлек дарыу килтерә„ коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләргә ярҙам итә. Ҡатмарлы осорҙа айырыуса иғтибарға мохтаж ололарға йылы һүҙҙәрен дә йәлләмәй улар. Башҡортостанда әлеге ваҡытта 400 ирекмән отряды бар. Көн һайын 500 меңдән ашыу кеше мохтаждарға ярҙамға ашыға. Уларҙың фиҙәҡәр хеҙмәте тураһында Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәрендә яҙып һалған. Төбәк башлығы «Башҡортостан Республикаһы ирекмәне» наградаһын булдырҙы. Почет билдәһе йыл һайын ун ирекмәнгә тапшырыласаҡ.