Рәсәйҙәге беренсе медицина хеҙмәткәре –робот республиканың ҡан ҡойоу станцияһында барлыҡҡа килде. Донни исемле был хеҙмәткәр килгән кешеләрҙең температураһын үлсәй, буйын, ауырлығын билдәләй. Йәғни, пациенттарҙы тәү ҡабул итеүҙе үҙаллы башҡара. Бер нисә йыл дауамында Пәрүиз Мөрсәлов һәр ике аҙна һайын ҡан тапшыра. Ул әүҙем донор. Әммә бөгөн клиникала уны тәүге тапҡыр медицина хеҙмәткәре түгел, ә робот ҡаршы ала. Хатта йөҙөндә йылмайыу ҙа бар. Ҡан баҫымы, тән температураһын тикшергәс, пациенттың дөйөм хәле менән ҡыҙыҡһынырға онотмай. Был андроидты шәфҡәтле кешеләр медицина учреждениеһына бер аҙна элек кенә бүләк иткән. Социаль селтәрҙәр аша республика халҡы уға Донни, тигән исем ҡушҡан. Донация һүҙенән, йәғни, үҙ иркең менән ҡан тапшырыу.. Робот донорҙарға тиҙерәк нығыныу өсөн туҡланыу буйынса кәңәштәр ҙә бирә ала. Башҡортсотандағы тәүге медицина хеҙмәткәре –робот пациенттар тураһында бөтә мәғлүмәтте лә тапшыра. Тимәк, табиптар өсөн тәү ҡабул итеү эшен еңеләйтә.
Робот - медик
Тулыраҡ: Робот - медик