Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты һунарҙа булған фәжиғәле хәл буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатты. Мышыға тоҫҡап атылған пуля Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән чиновникка эләгә. Һөҙөмтәлә ул һәләк була. Көйөргәҙе районында йәшәүсе фермер һәм бизнесмен Анатолий Разводов хәҙер Тәфтишселәрҙең даими күҙәтеүендә. Эре акционерҙар йәмғиәте етәксеһенә райондан сығыу тыйылған. Быға күптән түгел һунарғҙа булға ваҡиға сәбәпсе. Ғаилә дуҫы, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында юғары вазифа биләгән Ренат Әбделманов менән улар һунарға сыға. Көйргәҙе районының Красный восток ауылынан бер нисә саҡрымда Анатолий Разводов Мышыға юлыға һәм бер нисә тапҡыр ата. Тигр карабинынан сыҡҡан 9 пуляның береһе иптәшенең түшенә эләгә. Яраланған һунарсыны бизнесмен машинаһына тейәп дауаханаға юл тота. Әммә уны ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр. Тәфтишселәр осраҡ буйынса Иғтибарһыҙлыҡ арҡаһында кеше үлтереү статьяһы буйынса Енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Хоҡуҡ һаҡсылары фажиғә көнөндәге ваҡиғаларҙы тулыһынса тергеҙеп Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы подполковнигының үлем ваҡиғаларын асыҡларға тейеш.
Үлемесле һунар
Тулыраҡ: Үлемесле һунар