Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың III кварталына йәшәү минимумын кәметте. Был ҡарарға республиканың премьр-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, йәшәү минимумы хәҙер 9908 һумды тәшкил итә. Икенсе кварталда ул 10 015 һум ине. Эшкә һәләтле граждандар өсөн ул 10 544 һум, хаҡлы ялдағыларға - 8059, балаларға 9925 һум күләмендә билдәләнде. Йәшәү минимумы дәүмәле квартал һайын республикала ҡулланыу кәрзине һәм Башстат биргән аҙыҡ-түлеккә, хеҙмәттәргә уртаса хаҡ нигеҙендә билдәләнә.
Йәшәү минимумы кәмене
Тулыраҡ: Йәшәү минимумы кәмене