Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Тулыраҡ: Тоннелде төҙөүгә Төркиәнән эшселәр килде

Был аҙнала Өфөлә Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү дауам итә. Әлеге ваҡытта Ҡариҙел йылғаһы ярынан ҡалаға ҡарай ҡаҙыу эштәре башланды. Яңы участка быға тиклем һалынған тоннель менән тоташа. Уның дөйөм оҙонлоғо 1 мең 276 метрға тиң. Мәскәүҙә үткән “Транспорт аҙналығы”нда Көнсығыш сығыу юлы проекты өсөн ваҡытынан алда аҡса бүлергә ҡарар ителде. Был яңылыҡ төҙөлөштө тиҙләтеү мөмкинлеген бирә, тип хәбәр иттеләр Республика Транспорт министрлығынан. Әлеге ваҡытта тоннелдең көньяҡ һәм төньяҡ штольняларында үҙәк терәү конструкцияларын ҡуялар, гидроизоляция эштәрен башҡаралар. Төҙөлөш майҙанына Төркиәнән тоннельсылар бригадаһы эшкә килде. Әлеге ваҡытта объектта 140-лап кеше эшләй. Кәрәк булғанда эшселәр һаны 1300-гә тиклем арттырыласаҡ. Тәрәнлеге 60 метрҙы тәшкил иткән Көнсығыш сығыу юлы тоннелен төҙөү 1992 йылда башланып, 2007 йылда финанслау етмәү сәбәпле туҡтатылғайны, барыһы ла ыңғай барған осраҡта уны 2023 йылдың аҙағында асырға ниәтләйҙәр