Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарында ла юлдарҙағы соҡорҙарҙы асфальт менән ямарға мөмкин икән

Тулыраҡ: Ошондай ҡатмарлы һауа шарттарында ла юлдарҙағы соҡорҙарҙы асфальт менән ямарға мөмкин икән

Башҡалала был йәһәттән яңы ысул ҡуллана башланылар. Өфө ҡалаһының Октябрь районында юлдарҙы төҙөкләндереүҙә яңы ысул ҡулланыла. Соҡорға шыйыҡ асфальт һалғанда битум кәрәкмәй, сөнки асфальт-бетон ҡатнашмаһының ул 13процентын ғына алып тора, ти белгестәр. Бындай ысул менән юлдағы соҡорҙарҙы ямау күп ваҡыт алмай, сифаты ла яҡшы, тигән фекерҙә белгестәр. Асфальттың был төрө юлдағы соҡорҙарҙы һыуыҡ миҙгелдә ямау өсөн яраҡлаштырылған. Белгестәр әйтеүенсә, был ҡатнашма һауа температураһының үҙгәреүенә һәм дымға бирешмәй.