Донъяның фонд баҙарҙары юғалтыуҙарға әҙерләнә. Нефткә хаҡтар арзаная. Көнбайыштағы иң ҙур банктар ҡара алтынға хаҡтар буйынса күҙаллауҙарын ҡайтанан ҡарап быйыл уның бер барреле 10 долларҙан 46 доллар булыр тип көтә. Белгестәр фаразлауынса, яңы кризис 2008-се йылғынан күпкә ҡатмарлыраҡ буласаҡ.
Ислам дәүләте террор ойошмаһы һуғышсылары Дэйр-эз-Зор ҡалаһында йәшәүсе 400 кешене аманатҡа алған. Уларҙың араһында балалар һәм ҡатын-ҡыҙҙар бар. Сүриәнең министрҙан кабинеты террорсыларҙың был аҙымы бер ҡалыпҡа ла һыймай тип борсолоу белдергән. Ҡаты алыштар ваҡытында төрлө мәғлүмәттәр буйынса 280 кеше вафат булған.
Ульяновск өлкәһенең мәғариф һәм фән министрлығы хәбәр итеүенсә, Карсун технология техникумы ятағында эшләүсе бер-нисә эштән ҡыуылған. Яҡын арала тәрбиәсе, класс етәксеһенә, тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫарға, дирекеторға ҡарата саралар күреләсәк. Техникумда беренсе курста уҡыусы ҡыҙҙы педикулез йоҡторҙо тип өс ҡыҙ туҡмаған. Тикшереү барышында ҡыҙҙа бет табылмаған.
Спасекс хужаһы Илон Маск үҙ аккаунтында Фалькон ракетаһының ергә ултырыу мәлен видеоға төшөргән. Ракетаны тотоусы бер таяу асылмау сәбәпле ул ергә ҡолай.