Ошо көндәрҙә Өфө, Бөрө, һәм Дүртөйлө ковид госпиталдәренә 4 тонна йәшелсә-емеш оҙатылды. Алма, ҡыяр, помидор, салат апрағы. Газель тулы йәшелсә-емеш Бүздәк һәм Бөрө йылытмаларынан алып киленгән. Фермер, эшҡыуарҙар һәм битараф булмаған ирекмәндәр берләшеп, табиптарға, коронавирус менән сирләгән һәм ауыр хәлдә ҡалған оло быуын кешеләренә ярҙам ҡулы һуҙырға ашыға. Изгелек ҡылыусылар рәтенә һәр теләгән кеше ҡушыла ала. Спортсылар, эшҡыуарҙар, чиновниктар, мәғәниәт һәм йәмғиәт эшмәкәрҙәре – ирекмәндәр исемлегенә көн һайын тиҫтәләгән кеше өҫтәлә. Оло йөрәкле кешеләр ярҙамында республикала башҡа — изгелек пандемияһы дауам итә