Илдар Насретдинов яҡты донъянан китеп барҙы

Тулыраҡ: Илдар Насретдинов яҡты донъянан китеп барҙы

Оператор, ғәҙәттә, һәр ваҡыт кадр артында, әммә һәр видеояҙма аша уның авторын билдәләргә мөмкин. Ә операторҙың үҙен кадрҙа күреүе һирәк осраҡ. Илдар Насретдинов Өфө авиация институтында инженер-электромеханик белемен үҙләштергән. 1980 йылдың урталарынан башлап оператор хеҙмәте менән шөғөлләнә башлай. Мәскәү ҡалаһында телеоператор һөнәре буйынса махсус курстар үтә һәм 1995 йылда Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһында хеҙмәт юлын башлай. Илдар Насретдиновтың төшөргән видеолары үҙенсәлекле һәм сағыу, ул бөтә күңелен биреп эшләй һәм йәштәрҙе лә үҙ эштәренә яуаплы ҡарарға өйрәтә ине. Ә йәштәр өсөн – ул, ысынлап та, остаз. Һәр эште урынына еткереп башҡарыуҙы талап итеп һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа ине. Илдар Насретдинов сәйәси, нәфис һәм музыкаль тапшырыуҙар ҙа, Республика делегацияларының Рәсәй төбәктәрендә, сит илдәрҙә рәсми осрашыуҙарын да төшөрә. Уның эштәре төбәк телекомпанияларның Бөтә Рәсәй фестивалендә һәм балалар тапшырыуҙарының халыҡ-ара конкурсында билдәләнә. Дәүләт телерадиокомпания, министрлыҡ һәм ведемстволарҙың әллә күпме почет граматалары менән бүләкләнә. 2002-се йылда уға Башҡортостандың атҡаҙанған киң мәғлүмәт һәм матбуғат саралары хеҙмәткәре исеме бирелә. Һәр кем өсөн ул дуҫ, итәғәтле, ихлас, мөләйем кеше... Бөгөн Илдар Насретдинов менән хушлашыу көнө. Уның яҡты йөҙө һәр кемдең күңелендә, уның төшөргән видеояҙмалары, фильмдары беҙҙең менән мәңгелеккә ҡала