Стәрлетамаҡтың социаль-иҡтисади үҫеше айырым иғтибарҙа буласаҡ. Ошо турала Башҡортостан Хөкүмәтенең Стәрлетамаҡта уҙған күсмә ултырышы барышында әйтелде. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров билдәләүенсә, Стәрлетамаҡ республиканың сәнәғәт, мәҙәниәт һәм мәғариф үҙәге булараҡ икенсе ҡалаһы. Бында торлаҡ төҙөлөшө үҫешә, инвестиция мөхите ыңғайлаша. Шул уҡ ваҡытта демография өлкәһендә мәсьәләләр бар. Ул тыуымдың кәмеүе һәм миграцияға бәйле. “Башҡорт сода компанияһы” активтарының дәүләткә кире ҡайтарылыуы комбинаттың эше һәм хеҙмәткәрҙәр хәлен яҡшыртыу мөкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта ҡалала экологияға иғтибар етмәй.
Стәрлетамаҡҡа иғтибар артасаҡ
Тулыраҡ: Стәрлетамаҡҡа иғтибар артасаҡ