Яңы йылдың яңы ҡағиҙәһе

Тулыраҡ: Яңы йылдың яңы ҡағиҙәһе

Быйыл республикала уҡыу алдынғылары өсөн “Башҡортостан башлығының Яңы йыл” байрамы уҙғарылмай. Коронавирус арҡаһында Ҡыш бабай бүләктәре балаларға йорттарында ғына бирелә. Башҡортостан башлығының шыршы байрамына йыл һайын 800 самаһы уҡыусы саҡырыла ине. Тағы бер яңылыҡ. Кремлдәге шыршы кисәһенең дә быйыл үткәрелмәү ихтималығы ҙур. Ә Өфө ихаталарында иһә быйыл шыршылы боҙ майҙансыҡтары һаны артасаҡ. Быйыл уларҙы 140 урында төҙөргә тейештәр. 80 һырғалаҡ менән 55 боҙ ҡаласығы ҙур майҙандарға барыусылар һанын кәметәсәк, ти белгестәр. Был иһә коронавирус таратыуҙы сикләүҙең бер юлы