Коронавирус хатта байрам тәртибен дә үҙгәртә. Быйыл балаларҙы ҡотларға килгән Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың КОВИД 19 сире менән ауырымауы тураһындағы белешмәһе булырға тейеш. Пандемияға ҡарамаҫтан яңы йыл мөғжизәһен һәр бала, хатта ололар ҙа көтә. Балалар иртәләре хәҙер бер ни тиклем сикләүҙәр менән ойошторола, шуға ла Ҡыш бабайҙың хеҙмәтенә талап күпкә юғары. Ә бына шылтыратыуҙарҙы тап Ҡарһылыу үҙе ҡабул итә. Был агентлыҡта ҡыш бабайҙың ярҙамсылары икәү. 9 йәшлек Аида бәләкәйҙән әсәһенең Ҡарһылыу ҡиәфәтенә инеүен күҙәтеп бара. Әкиәттәргә әллә ни ышанмай, шуға күрә ярҙамға ла ашыҡмай. Агентлыҡ 14 йыл эшләй. Быйылғы Яңы йыл байрамы бер аҙ айырыла, шуға күрә онлайн форматта ла әкиәт персонаждарының балалар менән осрашыуы ҡаралған, әммә әлегә был хеҙмәткә һорау юҡ. Ҡыш бабай үҙизоляцияла 300 саҡрымда ла, әлеге кеүек күрше бүлмәлә лә онлайн аша ултырып һөйләшә ала. Оҙон һаҡал һәм тун аҫтында 24 йәшлек егет. Ҡыш бабай булып ул 3 йыл эшләй. Бәхет тойғоларын һүҙ менән әйтеп еткерерлек түгел. Ә бына вирусты таратмаҫ өсөн үҙеңде лә һәм клиенттарҙы ла хәүефтән һаҡлау төп бурыс. Һаҡалды битлек менән алмаштырып булмай, һаҡал аҫтынан да ул уңайһыҙ. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу һәр ғаилә менән осрашыр алдынан һәм һуңынан яҡшы ғына итеп дезинфекция талаптарын үтәй. Өйгә урам аяҡ кейемендә инмәйсәктәр һәм коронивирустың юҡлығын иҫбатлаусы анализ белешмәһе лә һәр ваҡыт ҡул осонда. Ишле ғаиләләр өсөн иһә байрамды урамда ойоштороу отошло. Бындай осраҡ өсөн дә ҡыҙыҡлы сценарийҙар әҙер
Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың һаулығы
Тулыраҡ: Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙың һаулығы