Мәктәптәрҙә яңы йыл каникулдары оҙайтыласаҡмы?

Тулыраҡ: Мәктәптәрҙә яңы йыл каникулдары оҙайтыласаҡмы?

Республика мәктәптәрендә яңы йыл каникулынан уҡыуҙарҙың ваҡытында башланасағы тураһында әле фараздар яһарға иртәрәк. Ә дүшәмбенән уҡытыу ғәҙәти режимға күсерелде. Быға тиклем ошо ауырыуҙы йоҡторған балалар сирҙән тулыһынса һауығыуы тураһында белешмә килтерергә тейеш. Шул уҡ ваҡытта 750 бала дистанцион белем алыуҙа ҡалдырыла. Бинаға үтеүҙең ҡәтғи режимы һәм уҡыусылар ағымын көйләү. Балалар бындай шарттарға күптән күнеккән. Шулай ҙа алтынсы кластан унынсыға тиклемге уҡыусылар һуңғы биш аҙнала мәктәпкә беренсегә килә. Ғәҙәти уҡытыу режимын онлайн формат алыштыра алмай, тигән фекерҙә күптәр. Ата-әсәләр ҙә балалар яҡлы. Ни тиһәң дә, йәнле аралашыуҙан яҡшырағы юҡ. Юғары синыфтарҙа белем алған 150 мең уҡыусы был дүшәмбенән йәнә парта артына ултырҙы. Был көнгә мәғариф учреждениелары хеҙмәткәрҙәре етди әҙерләнде. Өфөнөң 44-се полилингваль мәктәбе, мәҫәлән, тотош дезинфекция үткән. Шул уҡ ваҡытта республикала 750 уҡыусы дистанцион белем алыуҙы һайлаған. Был балалар өсөн дәрестәр мәктәп теҙмәһе буйынса онлайн рәүештә үткәрелә. Теләгәндәр уҡытыу кейстары буйынса айырым белем ала. Советтар союзы Геройы Александр Горчилин исемендәге урта мәктәптә 19 бала ошо рәүешле уҡый. Ниндәй ысул буйынса уҡыһалар ҙа, иң мөһиме, белем сифаты ҡаҡшамаһын. Мәғариф министрлығында дистанцин уҡытыу  — мәжбүри сара, тиҙәр. Онлайн уҡытыу форматы  — йәнле арашалыуҙы алмаштыра алмай, тигән фекерҙә улар. Мәғариф министрлығында белдереүҙәренсә, төп бурыс – мәктәптәрҙә барлыҡ һаҡланыу сараларын теүәл үтәү. Талаптарҙың үтәлешен уҡытыусылар һәм ковидҡа ҡаршы инспекторҙар етди тикшерә. Оҙаҡламай, Республика етәксеһе Радий Хәбиров Күрһәтмәһенә ярашлы, Башҡортостандың барлыҡ мәғариф учреждениеларын күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре тикшерә башлаясаҡ.