Башҡортостан мәктәптәрендә “Үҫеш нөктәһе” проекты бойомға ашырыа. Махсус программаға ярашлы белем биреү усаҡтарында физика һәм тәбиғи фәндәрҙе өйрәнеү синыфтары яңыртыла, компьютер бүлмәләре ҡорола. Ошондай үҙәктәрҙең береһе хәҙер Баймаҡта ла буласаҡ. Ҡалалағы икенсе һанлы мәктәптә химия класын асҡандар. Был йүнәлеште үҙ иткән уҡыусылар хәҙер тәжрибәләр уҙғарып, фәнни эш менән дә шөғөлләнә аласаҡ. Әйткәндәй. проектты бойомға ашырыуҙа Рәсәй парламентының Юғары палатаһында эшләгән Башҡортостан вәкилдәре лә ярҙам иткән. Сенатор Лилиә Ғүмәрова әйтеүенсә, республикала ошондай махсуслашҡан синыф бүлмәләре һанын арттырыу кәрәк.
Баймаҡ “Үҫеш нөктәһенә” ытыла
Тулыраҡ: Баймаҡ “Үҫеш нөктәһенә” ытыла