Наилә Ғәләүетдинова 55 йылдан ашыу “Башҡортостан радиоһының” дикторы булып эшләй. Башҡортостандың халыҡ артисы исемен йөрөткән хеҙмәттәшебеҙ тауышы республикалағы һәр кемгә яҡшы таныш. Ул оҙаҡ йылдар дауамында тура эфирҙа тапшырыуҙар алып бара. “Башҡортостан” телевидениеһында ул “Күңелле станциялар” “Йомро-йомро йомғағым” кеүек программалар авторы һәм алып барыусыһы булып та эшләй.
Уның тауышы республиканы уята
Президент Владимир Путин Указына ярашлы, “Башҡортостан” Дәүләт телевидние һәм радиотапшырыуҙар компанияһының “Рәсәй – Башҡортсотан радиоһы” алып барыусыһы Наилә Ғизетдин ҡыҙы Ғәләүетдиноваға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исеме тапшырылды.