Православ Христиандар бөгөн Керәшенде билдәләй

Тулыраҡ: Православ Христиандар бөгөн Керәшенде билдәләй

Еванглиела әйтелеүенсә, беренсе быуатта Иордан йылғаһында Иоанн Предтеча Иисус Христосты суҡындыра. Был байрамды Алланың күренеүе, тип тә атайҙар. Дини ышаныуҙар буйынса тап ошо төндән алып бөгөнгө төнгә тиклем барлыҡ йылға, шишмә, күлдәрҙәге һыу изге тип һанала. Башҡортостанда йәшәгән православ христиандар ҙа бөгөн төндә иордань — уйылған мәкеләргә сумып үҙҙәрен сафландырҙы. Тап уҙған төндә донъяның барлыҡ ҡорам һәм сиркәүҙәрендә байрам вәғәзе һәм литургиянан һуң, һыуҙар изгеләндереп, диндарҙар тәре формаһында уйылған мәкеләргә сумды. Рәсәйҙә ошондай өс мең ярым урын әҙерләнһә, уның һигеҙ йөҙгә яҡыны Волга буйы Федераль округына тура килә. Башҡортостанда иһә иорданьдәр һаны алтмыштан ашыу ине. Меңәрләгән кеше тупланған урында төп бурыс, әлбиттә, халыҡтың именлеген тәьмин итеү. Тиҫтәләгән метрҙарға һуҙылған сиратта тороусолар араһында өлкән йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа бар. Ҡотҡарыусылар һәм табиптар һәр кемдең сәләмәтлеге өсөн яуаплы. Боҙло һыуға сумыу сиркәү йолалары буйынса мотлаҡ түгел. Кеше организмы  — күңел һауыты. Шуға күрә, ҡышын бер ҡасан да һыу инеп ҡарамағандар өсөн иордангә сумыу оло һынау. Бөгөн, диндәргә иғтибарҙың бермә – бер артҡан мәлендә керәшен мәкеләрен сумыуҙы православ христиандар менән бергә мосолмандар ҙа атҡара. Иисус Христос эҙенән барыусылар Ураҙа, Ҡорбан Ғәйеттәрен билдәләгән кеүек, Мөхәммәт пәйғәмбәр өммәтенән булған мосолмандар ҙа носраниҙар менән бергә ҡышҡы һыуҙа ҡойона. Мәкеләргә сумыу маҡсаты тәнде таҙартыу түгел. Тап изге һыу күңелде сафландыра, йөрәкте ауыр уйҙарҙан азат итә. Әлбиттә, Иисусты Иордан йылғаһында суҡындырған саҡта һауа температураһы ла, һыу йылылғы ла башҡаса булған. Әммә, бөгөнгө төндә һыуға сумған мосолман ҡәрҙәштәр дини тәғлимәттәр айырым булһа ла, маҡсаттарҙы уртаҡ, тип иҫәпләй. Православ христиандар байрамы мы, мосолмандар билдәләгән изге көндәрме – төп бурыс халыҡтар берҙәмлеге, милләттәр араһындағы ихтирам һәм иғтибарҙы нығытыу. Дини ышаныстар буйынса керәшен һыуы рух ныҡлығы биреп, торлаҡты насар көстәрҙән дә таҙарта. Керәшен православ христиандар өсөн иң изге ун ике байрамдың береһе. Иорданда һыу инеү рухты таҙартып, үҙеңдең физик мөмкинлегеңде лә һынап ҡарарға ярҙам итә. Керәшен байрамы мәлендә, ике көн дауамында православ сиркәүҙәрҙә махсус доғалар ҙа ҡылынып, барлыҡ һыу сығанаҡтары изгеләндерелә. Был осор төрлө дин вәкилдәрен дә яҡтылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа саҡырыу ваҡыты.