Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Австрия ил сигендә контролде көсәйтеүҙе дауам итә. Был сара мәжбүри тип хәбәр итә, ил властары. Асҡланыуынса, Африка һәм Яҡын Көнсығыштан килгән ҡасаҡтарҙың күбеһе үҙҙәре тураһында теркәү хеҙмәтенә ялған мәғлүмәттәр еткергән. Улар уйлап сығарылған исем һәм фамилиялары менән, сығыштарын алдап теркәлгән.

Аҡсалар аҡсаға тартыла. Донъялағы 62 шәхестең финанстары ярты кешелектең килеменә тиң. Был мәғлүмәттәрҙе Халыҡ-ара ғилми тикшеренеүҙәр ойошмаһы еткерә. Улар байҙар байығандан-байый, ярлыларҙың һаны артҡандан-арта тигән фекергә килгән. Сөнки 2010 йылдан шул 62 кешенең байлығы 44%-ҡа күбәйгән. Ә кешелектең яртыһы 41% ярлыланған.

Францияла хәрбиҙәр Альп туаҙарынан емрелеп төшкән ҡар ишелмәһе аҫтында ҡалған. Тәүге мәғлүмәттәр буйынса, 5 ҡотҡарыусы һәләк булған, икәүһенең тәндәре ныҡ өшөгән, дүртеһе төрлө йәрәхәттәр алған. Төркөмдә бөтәһе 50 кеше иҫәпләнгән.