Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын үҫтереү үҙәге асылды

Тулыраҡ: Уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын үҫтереү үҙәге асылды

Республика уҡытыусыларына йыл әйләнәһенә үҙ белемдәрен камиллаштырыу мөмкинлеге буласаҡ. Өфөлә киң профилле һөнәри колледж нигеҙендә уҡытыусыларҙың педагогик оҫталығын өҙлөкһөҙ үҫтереү үҙәге асылды. Мөмкинлектәре буйынса уникаль тип иҫәпләнгән үҙәк “Киләсәк уҡытыусыһы” федераль проектының “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ойошторолдо. .Бындай уҡытыу үҙәктәрен төҙөүгә федераль һәм республика бюджетынан 86,4 млн һум аҡса йүнәлтелгән.