Ҡағыҙҙағы фатир

Тулыраҡ: Ҡағыҙҙағы фатир

Күсемһеҙ милек һатып алырға тәүәкәлләгән һәр кем хәүеф-хәтәрҙән һаҡланыу сараһын үҙе күрергә тейеш. 2014-се йылдан алып төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашыу осрағын страховкалау мотлаҡ. Ошо шартты үтәмәгәндәр ниндәй михнәттәргә тарый? 2014-се йылдың дүртенсе сирегендә ошо урында 17 ҡатлы йорт төҙөлөп йөҙҙән ашыу фатир хужаһына асҡыстар тапшырылырға тейеш булған. Күреүегеҙсә, был урында әлегәсә ҡар көрттәренән башҡа бер ни ҙә юҡ.Алданған өлөшсө булғансы юҡ өлөштән баш тартыуың хәйерле, тип Рида ханым Урал торлаҡ хужалары ширҡәтенән ғариза яҙып сығыу юлын һайлаған. Шул саҡта түләнгән пайҙы кире ҡайтарырға һүҙ бирҙеләр, ти. Әммә вәғәҙә 9 ай үтәлмәй.Башинвестдом ябыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Игорь Әминев был юлы ла буласаҡ торлаҡ хужалары менән мөләйем әңгәмә ҡорҙо. Йорт һалыуға рөхсәт ҡағыҙҙары алыу менән төҙөлөштө башлайбыҙ, ә көтөргә теләмәгәндәрҙең ширҡәттән үҙ теләге менән сығыу хоҡуғы һаҡлана, тине. Рөхсәт алмайынса нисек төҙөлөш башлауҙы иғлан итеп реклама яһауҙары һәм кешеләрҙән аҡса йыйыуҙарын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Эксперттар бөгөнгө шарттарҙа күсемһеҙ милекте ҡағыҙға ышанып һатып алмаҫҡа кәңәш итә. Хаҡтар тотороҡһоҙ, тиҙ табыш алырға теләүселәр етерлек. Улар ҡармағына эләкмәҫ өсөн хоҡуҡтарыңды яҡшылап өйрәнергә, ә йорт төҙөлөшөндә ҡатнашырға тәүәккәлләр алдынан төҙөүселәр менән ентекләп танышырға кәрәк. Был тәңгәлдә Өфө ҡала проекттарын үҫтереү фондының башҡала хакимиәте һәм Бөтә Рәсәй халыҡ фронты ярҙамында асҡан легаль төҙөлөштәр исемлеге сайты мәғлүмәттәре ярҙам итә ала. Әлегә тиклем өлөшләтә аҡса түләп төҙөлөштә ҡатнашыусылар үҙ мәнфәғәттәрен яҡлауҙы үтенеп хөкүмәт ярҙамын һорарға мәжбүр булһа, 2014-се йылдан башлап улар хәүеф осрағынан страховка иғәнәләре иҫәбенә һаҡланырға тейеш.Тәжрибәнән күренеүенсә, фатирҙың күптән төҙөлөп бөткәнен, ғәмәлдә барлығы иҫбатланғанын ғына алырға кәрәк, тигән йомғаҡ яһарға ла мөмкин. Әммә тормош алға барырға, уның менән кешеләрҙең үҫеш кимәле лә камиллашырға тейеш. Ышан, тик һынап ҡара әйтемен онотмай, етди ҡарарҙар ҡабул иткәндә һаҡланыу әмәлен үҙебеҙ хәстәрләйһе ҡала.