Рәсәй хәрби авиацияһы Сүриәлә Алеппо, Дейр-Эз-Зор, Хомс, Хама, Ракка һәм Латакия виләйәттәрендә террорсыларҙың 600 объектын юҡ иткән. Был турала оборона министрлығының рәсми вәкиле Игорь Конашенков белдерҙе.
Германия канцлеры Ангела Меркелдың рейтингы түбән тәгәрәй. Бының төп сәбәбе-миграция сәйәсәтенә бәйле. Һуңғы арала Меркелдың фирҡәләштәре лә уға баҫымды көсәйтә. Улар сиктәрҙә закон менән билдәләнгән тәртип урынлаштырыуҙы талап итә.
Халыҡ-ара валюта фонды донъя иҡтисадына бәйле күҙаллауҙар яһаған. Үҫешеүсе илдәр мәсьәләләре, нефткә хаҡтар төшөүе, Американың аҡса сәйәсәте донъя иҡтисады үҫешен тотҡарлаясаҡ. Фонд белгестәре бына шундай һығымтаға килгән.