Эшһеҙлеккә бәйле көсөргәнешлекте кәметеү маҡсатында Федераль бюджеттан 18 төбәккә субсидия бүленде. Шул иҫәптән Башҡортостан 218 миллион һумлыҡ ярҙам алды, бынан тыш республика тағы 11 миллион бүлде. Суммаларҙың күп өлөшө эшен юғалтҡандарға яңы һөнәр үҙләштереүгә һәм сәнәғәт предпритяиеларына яңы белгестәр уҡытыуға тотонолдо. Әлфир Нәсибуллин авиация двигателенең детален әҙерләй. Йәш егет мәктәпте тамамлағас та электрик булып осраҡлы эштәрҙә аш таба. Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә вакансия барлығын белеп ҡалғас яңы һөнәр үҙләштерергә ҡарар итә. Хәйер бында эштән айырылмайынса уҡырға мөмкин. Аҡса эшләйһең, белем дә алаһың.Ул предприятиела яңы һөнәр үҙләштергән 2 мең хеҙмәткәрҙең береһе генә. Ойошма импортты алмаштырыу программаһына ингән. Яңы быуын истребителдәре өсөн двигателдәр етештереүгә заказ алғас бында эшсе һәм профилле һөнәрҙәр буйынса күпләп белгестәр талап ителә. Яңы уҡыу тамамлаған тәжрибәһеҙ белгестәр өсөн хәҙер бөтә мөмкинлектәр бар. Федераль грант стратегик предприятиеға тиҙ арала яңы кадрҙар әҙерләү мөмкинлеге аса. Уларҙың күбеһе предприятиеның белем биреү үҙәгендә уҡып сыҡҡан.Дәүләт ярҙамы менән Башҡортостанда 5 меңдән ашыу кеше аҙаҡҡы бер нисә ай эсендә белемен камиллаштырған йәки яңы һөнәр үҙләштерҙе. Ошо көндәрҙә улар ҡулдарына көтөлгән дипломдарын да алып ҡыуанды. Хәҙер тотороҡһоҙ иҡтисади хәл был белгестәр өсөн хәүеф менән янамай. Хеҙмәт баҙарындағы көсөргәнешлекте кәметеүгә федераль бюджеттан бүленгән 218 миллион ҡум аҡса республиканың 6 предприятиеһына 5 мең кваллификациялы белгес әҙерләргә ярҙам итте. Башҡортостан хөкүмәте иһә эшһеҙлекте кәметеү маҡсатында йәштәргә эш биреүсе ойошмалар өсөн грант бүлергә, ҡыҫҡартыу хәүефе янағандарға кваллификация алмаштырыу эшен ойошторорға ҡарар итте.
Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында хәлдәр ҡатмарлы, әммә тотороҡло ҡала
Тулыраҡ: Башҡортостандың хеҙмәт баҙарында хәлдәр ҡатмарлы, әммә тотороҡло ҡала