Табиптарға такси

Тулыраҡ: Табиптарға такси

Ковид-госпиталдәрендә эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн Өфө хакимиәте булышлығы менән “Хәстәрлекле такси” акцияһы ойошторолдо. Такси хеҙмәте табиптарҙы өйҙән дауаханаға һәм дауаханан өйгә тиклем бушлай йөрөтәсәк. Такси йөрөтөүсегә шылтыратыу икән, тимәк, медицина хеҙмәткәрен алып барырға кәрәк. Ғәҙәттә пассажирҙарҙы таксиҙа оҙатыу өсөн смс-хәбәр генә килә. “Хәстәрлекле такси” акцияһы сиктәрендә 500-гә яҡын үҙ транспорты булмаған табип өйҙән эшкә һәм кискеһен кире өйҙәренә тиклем бушлай оҙатыла. Транспорт тулыһынса эшкәртелә, таксистар ҙа хәүефһеҙлек сараларын үтәй. Табиптарҙы йөрөтөү буйынса айырым диспетчер хеҙмәте эшләй. Үтә лә яуаплы эште киң күңел менән башҡарабыҙ, сөнки табиптарҙың үҙҙәренә лә ярҙам итеү- беҙҙең өсөн дә оло бурыс, тип билдәләй компания директоры.