Яңы йылды яңы йортта

Тулыраҡ: Яңы йылды яңы йортта

Ноябрь аҙағында Өфө ҡалаһының Калинин районы Базилеевка ауылында йәшәүсе ғаилә урамда тороп ҡала, уларҙың йорттары тулыһынса көлгә әйләнә. Кейемһеҙ, документтарһыҙ, хатта ялан аяҡ. 1 декабрь ғаилә Радий Хәбировҡа онлайн аша осрашыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйне. Берҙәмлектә-көс , тигәндә, ишле ғаиләгә һәр яҡлап ярҙам килә һәм оҙаҡламай уларҙың ихатаһында яңы йорт ҡалҡып сығасаҡ.Бурҙан ҡала, уттан ҡалмай, тиҙәр. Янған йорттоң урыны хәҙер тулыһынса таҙартылған, бары тик бүлмәләрҙең ҡайҙа урынлашҡанын ғына ишаралап күрһәтергә мөмкин. Хөснөйәровтар ғаиләһенә һәр яҡлап ярҙам күрһәтелә. Яңы йорт өсөн Өфөнөң Калинин районынан төҙөлөш материалдары бүленгән. Ирекмәндәр иһә ағастарҙы бушатышты. Ғаиләлә 4 бала. Ул көндө береһе мәктәптә, икенсеһен атаһы балалар баҡсаһына оҙатҡан була. Өйҙә әсәләре менән өлкән улы һәм кесе балалары ҡала. Иң мөһиме барыбыҙ ҙа иҫән, бары 1 минут өлгөрмәһәк, аяныслы хәлгә етер инек, ти ҡатын. “Беҙҙең хәстәрлек” үҙәге ирекмәндәре әүҙем ярҙам күрһәтте. Төҙөлөш материалдарынан ярайһы ғына ҙур өй килеп сығырға тейеш. Хөснөйәровтар ғаиләһе киләһе йыл өй һалып сығырға ниәтләгән. Бының өсөн быйыл ғына нигеҙ һалынған. Хәҙер иһә ошо нигеҙҙә ағастан өй ҡалҡып сығасаҡ. Ғаилә башлығы яңы йылды яңы йортта ҡаршылауҙарына һис шикләнмәй. Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти Ирек Хөснөйәров. Баҡсасылар ширҡәтендә йылдан- йыл яңы йорттар ҡалҡып сыға, әммә торлаҡ өсөн бар шарттар ҙа бында ҡаралмаған. Тап электроэнергия мәсъәләһе беренсе урында тора. Һалҡын ҡыш дәртләнеп ярҙам итеүселәргә бер ҙә ҡамасауламай. Йылынып алыр өсөн гаражда бер аҙ сәй эсеп алғандан һуң, ең һыҙғанып барыһы ла эшкә тотондо. Әле ғаилә Өфөлә әсәләренең ике бүлмәле фатирында йәшәп тора. Линда ҡушаматлы эттәре лә хужаларының тиҙҙән ҡайтыуын көтә. Бесәй балаларына ла гаражда ғына йылынып торорға тура килә. Яңы йылға тиклем ваҡыт аҙ, ә Хөснөйәровтарҙың ишле ғаиләһе өсөн тап яңы йортта яңы йылды ҡаршылау – байрамдың оло бүләге