Әбйәлил районы Ишбулды ауылындағы ҡарттар йортондағы янғында һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡланды. Ҡорбандарҙың иң өлкәненә 80 йәш булһа, иң йәшенә — 57. 1960 йылда төҙөлгән ағас бинала бәлә ҡупҡан мәлдә 16 кеше була. Янғын сәбәптәрен асыҡлау, һәләк булғандарҙың яҡындарына ярҙам күрһәтеү өсөн махсус штаб төҙөлдө. Республика башлығы Радий Хәбиров кисә Әбйәлилдә оператив штаб ултырышын уҙғарҙы. Һуңғы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, приютта һәләк булғандарҙың 4-е ҡатын-ҡыҙ, 7-һе ир-егеттәр. Ҡотҡарыусылар 5 кешенең ғүмерен һаҡлап алып ҡалған. Уларҙың күбеһе ҡарт көнөндә яңғыҙ ҡалыусылар. Ҡорбандар исемлегендә Силәбе өлкәһе граждандары ла бар. Әле уларҙың яҡындарын асыҡлау эше алып барыла. Бинала ут тоҡаныуын янғын сығыу ҡоролмалары иҫкәрткән
Әбйәлилдәге янғын сәбәптәре асыҡлана
Тулыраҡ: Әбйәлилдәге янғын сәбәптәре асыҡлана