Башҡортостан журналистары берлегендә яңы рәйес

Тулыраҡ: Башҡортостан журналистары берлегендә яңы рәйес

22-се осрашыу онлайн форматта. Кисә Башҡортостан журналистары берлегенең 22-се съезы үтте. Съезд делегаттары берлеккә яңы рәйес һайланы. Ойошманы оҙаҡ йылдар Йәшлек гәзите баш мөхәррире Артур Дәүләтбәков етәкләгәйне. Ул осрашыуҙа ҡатнашыусылар алдында башҡарылған эштәргә йомғаҡлау һүҙе менән сығыш яһаны. Съезда барыһы 110 журналист ҡатнашты һәм 95 процент ыңғай тауыш менән төбәктең журналистар берлеге рәйесе вазифаһына «Башҡортостан» гәзите баш мөхәррире Вәдүт Исхаковты һайлап ҡуйҙы. Башҡортостандың журналистар берлеге төбәктәге ижади ойошмаларҙың иң ҙуры һанала. Ул 1600-ҙән ашыу журналисты, 81 ойошманы үҙ эсенә ала. Съезда ҡатнашыу өсөн Мәскәүҙән Рәсәй журналистары берлеге рәйесе урынбаҫары Алексей Вишневецкий ҙа килде