Өфө хакимиәтенең яңы башлығы исеме аталды

Тулыраҡ: Өфө хакимиәтенең яңы башлығы исеме аталды

Өфө хакимиәтендә үҙгәрештәр. Баш ҡала хакимиәте мэры вазифаһын ваҡытлыса Сергей Греков башҡарасаҡ. Ошо туралағы ҡарар Өфө ҡала советы депутаттары ултырышында ҡабул ителде. Депутатттар уның кандидатураһын бер тауыштан хупланы. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин ҡатаншылығында уҙған кәңәшмәлә билдәләнеүенсә, Сергей Греков үҙаллы кеше. Ишембайҙа тыуып-үҫһә лә Сергей Грековтың барлыҡ эше Өфө менән бәйле. Бынан тыш, Сергей Греков бизнес-процесстар менән яҡшы таныш, эшҡыуарҙарға осраған мәсьәләләр ауырлығын аңлай. Александр Сидякин һүҙҙәренә ҡарағанда, Өфө хакимиәте етәксеһе булараҡ Сергей Грековҡа күп саҡырыуҙар менән осрашырға тура киләсәк. Улар коронавирус, халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы, алда торған һайлауҙар. Быларҙың барыһы ла иҡтисади әүҙемлеккә баҫым яһай. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе һүҙҙәренә ҡарағанда, бөгөн республика Хөкүмәте иҡтисади юғалтыуҙарҙы мөмкин тиклем кәметеү өҫтөндә эш алып бара