Фәриҙә Ҡудашева йыры

Тулыраҡ: Фәриҙә Ҡудашева йыры

Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл. Сәхнә эшмәкәренең ижад юлы Башҡортостан радиоһы менән дә айырылғыһыҙ бәйле. Мәшһүр йырсы оҙаҡ йылдар дауамында радио дикторы булып эшләгән. Фәриҙә Ҡудашева менән композитор Бәхти Ғайсин хөрмәтенә республикала йыл һайын “Ике аҡҡош” йыр фестивале үткәрелә. Мәшһүр йырсының тыуған көнөндә уның ижадын үҙ итеүселәр Өфөнөң мосолман зыяратында барып, унда ерләнгән Фәриҙә Ҡудашеваның ҡәберенә сәскәләр һалып, башҡорт һандуғасын иҫкә алды