Өфө моторҙар эшләү берекмәһе белгестәре үҙенсәлекле һынау стенды әҙерләне

Тулыраҡ: Өфө моторҙар эшләү берекмәһе белгестәре үҙенсәлекле һынау стенды әҙерләне

Ул импортты алмаштырыу проекты нигеҙендә етештерелгән вертолет двигателдәренең сопло аппараттары камиллығын тикшереүҙе яңы кимәлгә сығара.Һынау ҡоролмаһы тәүге өлөшөнән башлап аҙағынаса Өфө белгестәре тарафынан эшләнгән. Уның проектын төҙөүҙә һәм йыһаздарын йыйыуҙа моторҙар эшләү берекмәһенең баш механигы, технологик процесстар менән автоматлаштырып идара итеү селтәре, төҙөлөш һәм ярҙамсы цехтар вәкилдәре ҡатнашҡан. Һынау стенды үҙенең һуңғы һынауҙарын 2015-се йылдың декабрендә үткән. Бөгөн ул тулы ҡеүәтенә эшләй. Эштәр иһә тулыһынса автоматлаштырылған һәм уларҙы бары бер оператор башҡара. Был тикшереү-һынау ҡоролмаһының төп үҙенсәлеге — нигеҙендәге программа тәьминәтендә, ти цех етәксеһе Вадим Усачев. Стенд шулай уҡ вертолет двигателдәре етештереүҙе оптималләштереүгә булышлыҡ итә. Элек рәшәткәнең үткәреү сифаттарын тикшереү һәм һынау өсөн сопло аппараттарын Санкт-Петербугтағы Климов заводына алып барырға тура килгән. Әлегәсә аппараттар һауа ҡыуҙырыу ысулы менән һынау үтһә, яңы стендта улар һыу ярҙамында тикшерелә. Был технология беҙҙең илдә яҡшы танылған булыуына ҡарамаҫтан, Өфөләге ҡоролмаға тиңдәр юҡ. Бер аппаратты тикшереүгә барыһы 25 минут ваҡыт талап ителә. Тимәк, көнөнә тиҫтәләгән өлгөнө һынап ҡарарға мөмкин. Моторҙар эшләү берекмәһенең яңы ҡоролмаһында үҙ предприятие аппараттарынан тыш башҡа заводтар өлгөләрен дә тикшереү күҙҙаллана.