2020 йылда Өфөлә 60 яңы урам, бер-нисә бульвар, аллея, унлаған тыҡрыҡ барлыҡҡа килде. Уларҙың ҡайһы берҙәре төҙөлөшө планда ғына. Әммә был урамдар буйлап әленән үк йөрөп әйләнергә мөмкин. Навигаторҙар был урамды яҡшы белә. Ул Затон биҫтәһендә урынлашҡан. Халыҡтар дуҫлығы проспекты буйлап килгәндә үткәүелдән һуң уңға боролорға кәрәк. Адрес күрһәткестәре ҡағылмаған. Белмәгән кешегә табыуы ысынлап та ҡатмарлы. Графика буйынса аныҡ күренә — ошо тирәлә Ҡамышлы урамы, был тирәлә беҙ. Легендар тренер Сергей Михалев исемен йөрөткән урам быйыл ғына барлыҡҡа килде. Бер яғынан урман, икенсеһенән - спорт әҙерлек үҙәге. Чемпиондар аллеяһы шулай уҡ яңы ғына төҙөлдө. Ағастарын Рәсәйҙең танылған спортсылары ултыртҡан. Исемен иһә Өфө халҡы үҙе онлайн тауыш биреү юлы менән һайлаған. 2020 йыл Өфө өсөн ҡала тапонимдарына мул булды. Баш ҡалала 60-тан артыҡ яңы урам, бер-нисә бульвар, тиҫтәләгән тыҡрыҡ барлыҡҡа килде. Уларҙың исемдәре ҡала советында раҫланған. Генерал Кусимов урамы күптән барлыҡҡа килһә лә, бында һаман төҙөлөш әле дауам итә. 15-се йорт эргәһендә велосипедсылар өсөн тәғәйен юл тамамлана һәм ҡоло ялан башлана. Яландың икенсе яғында Дмитрий Хворостовский бульвары урын аласаҡ. Нуғай ҡасабаһында Янтарная урамы бар. Уға юл Декоративная урамы аша ята. Был урамдың ғына унлаған тыҡрығы бар. Ни өсөн тап ошо тыҡрыҡ Бөҙрә тип аталғанын беҙгә бер кем дә аңлата алманы. Күрше тыҡрыҡ шулай уҡ үҙенсәлекле исем йөрөтә. Серле тип аталған урамда ҡаршыбыҙға осраған ҡуяндан башҡа бер кем дә йәшәмәй. Ни тиһәң дә урамдың исеме түгел, унда кем йәшәгәне мөһим.
Яңы урамдарҙы бел
Тулыраҡ: Яңы урамдарҙы бел