Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эше менән Мәскәү ҡыҙыҡһына

Тулыраҡ: Ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәгенең эше менән Мәскәү ҡыҙыҡһына

Короновирус сирен йоҡтороусылар һаны арта. Пандемия башланғандан алып 17 500-ҙән ашыу кеше был сирҙе кисергән. Әле төбәктә ковидҡа ҡаршы прививка эшләү дауам итә. Стәрлетамаҡта яңы ковид-госпиталь асылды. Уны асыу тантанаһында ҡатнашҡандар республиканың ковидҡа ҡаршы ситуация үҙәге эше менән дә танышты. Үҙәк тәжрибәһен федераль кимәлдә өйрәнәсәктәр. Был хаҡта Федерация Советы комитеты рәйесенең социаль сәйсәт буйынса урынбаҫары Валерий Рязанский белдерҙе. Короновирустан дауаланыу буйынса дистанцион консультация,тестарҙың һөҙөмтәһе, бушлай дарыуҙарҙы алыу тәртибе... Ошо һәм һәм башҡа һорауҙарға ковидҡа ҡаршы үҙәк операторҙары көн дә яуап бирә. Улар ялһыҙ эшләй. Бер ай эсендә республикала йәшәүселәрҙән 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Стәрлетамаҡта ковид-госпитален рәсми асыуыҙан һуң Мәскәү ҡунаҡтары “Торатау” конгресс-холында урынлашҡан колл-үҙәккә лә килде. Сенатор Валерий Рязанский үҙе шылтыратып , бер нисә секунд эсендә ситуация үҙәге белгестәре менән бәйләнешкә инә алды. Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Камкин билдәләүенсә, антиковид үҙәге бер тотҡарһыҙ эшләй. Файҙалы эштәре өсөн колл-үҙәк операторҙарына Радий Хәбиров та рәхмәтен белдерҙе һәм яҡынлашып килгән яңы йыл менән ҡотланы.