Өфөнө кем етәкләр?

Тулыраҡ: Өфөнө кем етәкләр?

2021 йыл башында Өфө ҡала хакимиәте башлығын һайлаясаҡтар. Кисә был вазифаға кандидаттарҙан документтар ҡабул ителә башланы. 25 декабргә тиклем ҡағиҙә шарттарына тура килгән һәр кем ғариза тапшыра ала. Уларҙың исемлеге әлегә сер итеп һаҡланасаҡ һәм документтар ҡабул итеү тамамланғас ҡына ҡала Советының сайтында баҫтырыласаҡ. Бәйге комиссияһы 30 декабрҙә дәғеүә итеүселәрҙе билдәләй. Ә 15 ғинуарҙа еңеүсене һайлай.