Республиканың ветеринар хеҙмәте 2020-се йыл йомғаҡтарын барлай

Тулыраҡ: Республиканың ветеринар хеҙмәте 2020-се йыл йомғаҡтарын барлай

Башҡортостандың төрлө министрлыҡ һәм ведомстволары уҙып барған йыл һөҙөмтәләрен иғлан итә. Был юлы республиканың ветеринар хеҙмәте 2020-се йыл йомғаҡтарын барлай. Ветеринар өлкә өсөн уҙып барған йыл көсөргәнешле шарттарҙа үткән. Республикаға “Африка тағуны”, “ҡош киҙеүе” кеүек вирустарҙы индермәү өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Малдар араһында ҡотороу сирен таратмауға ла айырым иғтибар бирелә. Һуңғыһы республика райондарында быйыл күп теркәлмәһә лә, ошо ауырыу менән сирләгән ҡырағай хайуандарҙың ауылдарға килеп инеү осрағы ла була. Мәҫәлән, Белорет районындағы ваҡиға. Ветеринар хеҙмәттәр коронавирусҡа ҡаршы көрәштә лә ярҙам күрһәтә. Ведомствоның шыйыҡсаны томан кеүек һиптергән машиналары урамдар һәм туҡтатылштар, подъездарҙы дезинфекциялағанда ҡулланыла. Башҡортостандың ветеринар хеҙмәте йыл дауамында идаралыҡ менән хеҙмәттәшлек иткән матбуғат хәбәрселәрен дә бүләкләне. Еңеүселәр араһында “Рәсәй-Башҡортостан радиоһы” хәбәрсеһе Ғәзиз Лоҡманов та бар