Башҡортостан полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Тулыраҡ: Башҡортостан полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде

Башҡортостан полицияһы көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Эске эштәр министрлығының 500 хеҙмәткәре дүшәмбенән тәүлек әйләнәһе дежурҙа буласаҡ. Яңы йыл төнөндә урамдарҙа, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа 2 мең полицейский, мең ярым дружинасы дежурҙа торорға тейеш. Әйткәндәй, утыҙ беренсе декабрҙән беренсе ғинуарға ҡарай төндә боҙ майҙансыҡтарына кәм тигәндә йөҙ меңдән дә ашыу кешенең килеүе көтөлә. Раштыуа төнөндә ҡорам-сиркәүҙәргә ғәҙәттә егерме мең самаһы диндар килеүсән